Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Игенселәр элита процентын арттыра

Иҡтисад

Башҡортостанда 2009 йыл уңышы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоҡтарының дөйөм күләмендә элиталы орлоҡтар һигеҙ процент тәшкил итте. Һуңғы йылдарҙа был күрһәткес тотороҡло арта бара: ауыл хужалығы культураларының сорттарын яңыртыу буйынса маҡсатҡа йүнәлешле эш алып барыла.

Айырым райондарҙа элита проценты уртаса республика һанынан күпкә юғарыраҡ. Мәҫәлән, Ауырғазы, Баҡалы, Балтас, Благовещен, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Саҡмағош райондары хужалыҡтары 9 проценттан 37 процентҡа тиклем элита орлоҡтарын әйләнешкә индерҙе.

Киң репродукция орлоҡтары проценты 2008 йылда биш проценттан 2009-ҙа ике процентҡа тиклем кәмене.

«Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан референт үҙәге» Федераль дәүләт учреждениеһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл 15 ноябргә яҙғы сәсеүгә 352 мең тонна яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоҡтары һалынды. Республиканың Әбйәлил, Ауырғазы, Борай, Дәүләкән, Илеш, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Хәйбулла һәм Саҡмағош райондарында һалынған орлоҡтоң 85 проценттан ашыуы сәсеү кондицияһына еткерелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть