9 декабрь, Йома

02 декабрь 2009 йыл, 15:01

Рәсәйҙә “Электрон төбәк” проекты индереләсәк

автор: Любовь Колоколова

Рәсәй Федерацияһының Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы Рәсәйҙә “электрон хөкүмәт”тең  үҫеше дөйөм линия буйынса барһын өсөн “Электрон төбәк” проектын әҙерләне.

Был  хаҡта “Төбәк информатизациялауы. Стратегик өҫтөнлөктәр” халыҡ-ара конеренцияһында  РФ-тың Элемтә һәм киң коммуникациялар министры Игорь Щеголев хәбәр итте.

Проекттың төп маҡсаттары – төбәк һәм муниципаль дәүләт хеҙмәтләндереүҙәрен электрон форматҡа күсереү һәм дәүләт идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү. Рәсәй Хөкүмәте иҫәпләүенсә, 2010 йылда уҡ граждандар өҫтөнлөклө  дәүләт хеҙмәтләндереүҙәренең 70 төрөн алыу өсөн электрон ғариза биреү мөмкинлегенә эйә булырға тейештәр.

Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы башлығы һүҙҙәре буйынса,”Электрон төбәк” проекты өс этапта индереләсәк. Тәүгеһендә системалы проектлау үткәреләсәк, эксперимент үткәреү өсөн төбәк  һайланасаҡ һәм улар менән бергә “электрон хөкүмәтте” индереү буйынса шәхси проекттар әҙерләнәсәк. Икенсе этапта дәүләт хеҙмәтләндереүҙәрен электрон форматҡа күсереү ҡараған. Өсөнсө этапта, ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә,  һөҙөмтәләр нигеҙендә әҙер ҡарар булдырыу.

Башҡортостанда электрон хеҙмәтләндереүҙең беренсе аҙымдары эшләнгән дә инде. Мәҫәлән,  электрон һанлы ҡултамғалар файҙаланып, электрон документтар әйләнешен индереү өсөн БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ  “КриптоТри” программаһы ярҙамында юридик әһәмиәтле документтар әйләнешен яҡлау өсөн 1200  эш урыны һатып алды.