8 декабрь, Кесе йома

02 декабрь 2009 йыл, 14:30

Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышы үтте

автор: Елена Макушина

Кеше күмәк йыйылған объекттарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм Башҡортостан биләмәһендәге гидротехник ҡоролмаларҙың именлеге мәсьәләләре 2 декабрҙә үткән ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышы көн тәртибенә сығарылды.

Ултырышты БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рафаил Диваев алып барҙы. Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ҡушыуы буйынса ил буйлап социаль тәғәйенләнештәге объекттарҙың янғынға ҡаршы торошон күләмле тикшереү тулҡыны үтте. Башҡортостан Республикаһы ла ситтә ҡалманы. Вице-премьер билдәләүенсә, тикшереүҙәр граждандарҙың хәүефһеҙ йәшәү талаптарын боҙоуҙарҙы асыҡланы.

— Көрсөккә ҡарамаҫтан, республика Хөкүмәте капиталь һәм ағымдағы ремонтҡа, янғынға ҡаршы ҡорамалдар һатып алыуға средстволар бүлде, — тине Диваев. – Әлеге ваҡытта етешһеҙлектәрҙең 97 проценты бөтөрөлгән, әммә ҡайһы бер урындарҙа етәкселәр был мәсьәләне хәл итеүгә етерлек иғтибар бирмәй.

Ә бына мәктәптәрҙә янғынға ҡаршы хәүефһеҙлекте тәьмин итеү менән хәл бөтөнләй башҡа. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса дәүләт идаралығы начальнигы урынбаҫары Марат Латипов әйтеүенсә, асыҡланған етешһеҙлектәрҙең яртыһы ғына бөтөрөлгән. Мәғариф министрлығы вәкилдәренең һүҙҙәренә ҡарағанда, проблема етерлек финансламауға ҡайтып ҡала.

Рафаил Диваев, был мәсьәләне хакимиәт башлыҡтары менән үҙ-ара килешеп хәл итергә кәрәк, тип билдәләне.

— Автоматик янғын сигнализацияһы ҡуйыуға сығымдар үҙ-үҙен аҡлай, — тине ул. – Практиканан күренеүенсә, хатта бер аҙ ғына янғын да иң ҡиммәтле сигнализациянан ҡиммәтерәк.