8 декабрь, Кесе йома

02 декабрь 2009 йыл, 13:59

БР Рәссамдар союзы 75 йыллығын билдәләй

автор: Лиә Нәғимова

"Рәсәй рәссамдар союзы" Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының республика бүлексәһе быйыл үҙенең 75 йыллығын билдәләй. Был йылдар эсендә Башҡортостан Рәссамдар союзы йәмғиәттә ҙур абруй ҡаҙанды, был башҡорт һынлы сәнғәтенең Рәсәй сәнғәтендә һәм мәҙәниәтендә иң үҙенсәлекле һәм перспективалы күренеш булараҡ киң танылыу яулауы менән раҫлана.

Бөтә рәссамдарҙы һәм сәнғәт белгестәрен, БР Рәссамдар союзы ағзаларын мөһим дата айҡанлы БР Президенты Мортаза Рәхимов ҡотланы. Атап әйткәндә, республика башлығы, Союз, боронғо йәмәғәт ойошмаларының береһе булараҡ, төбәктең мәҙәни тормошонда лайыҡлы урын биләй һәм әүҙем ижади эшмәкәрлек алып барыуын дауам итә, тип билдәләне.

“Оҫталар ижады һөҙөмтәһендә республикабыҙҙың һынлы сәнғәте һәр ваҡыт ҡабатланмаҫ милли һәм интернациональ һыҙаттарҙы сағылдырған әһәмиәтле һәм үҙенсәлекле күренеш булды һәм булып ҡала. Башҡортостандың һынлы сәнғәте уңыштары, уның йылдам үҫеше һәм юғары ҡаҙаныштары күп йәһәттән республиканың һәм илдең йәмәғәт тормошонда ғына түгел, үҙ ойошмаһы ағзаларын берләштереүҙә һәм уларҙы социаль яҡлауҙа Башҡортостандың Рәссамдар союзы биләгән әүҙем позицияға бәйле. Ә халыҡ сәнғәтенең рухи сығанаҡтары һәм бай традициялары, юғары профессиональ мәктәп рәссамдарҙың яңы быуындарына илһам бирә”.

БР Рәссамдар союзының 75 йыллығына арналған тантаналы саралар Өфөлә 2 декабрҙә үткәреләсәк. Өфө художество галереяһында “Башҡортостандың һынлы сәнғәте” дөйөм республика күргәҙмәһе асыла һәм шул уҡ көндө Конгресс-холда юбилей кисәһе үткәрелә.