3 декабрь, Шәмбе

02 декабрь 2009 йыл, 12:40

Мәскәүҙә авиапредприятиеларҙың маркетинг сәйәсәте мәсьәләләре ҡаралды

автор: Любовь Колоколова

Мәскәүҙә   йыл һайын үткәрелә килгән “Авиапредприятиеларҙың маркетинг сәйәсәте”  һөнәри  конференцияһы булып уҙҙы. Уның эшендә  Башҡортостандан “Өфө” халыҡ-ара аэропорты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең маркетинг хеҙмәте начальнигы Таһир Мөхәмәтшин ҡатнашты.

Сара Рәсәйҙең транспорт ведомствоһының 200 йыллығын билдәләү сиктәрендә үтте һәм РФ-ның Һауа транспорты эксплуанттары ассоциацияһы ҡатнашлығында ойошторолдо.

Конференцияла авиапредприятиеларҙың сауҙа итеү  мәсьәләләре һәм һатыуҙы, шул иҫәптән заман технологияларын һәм сервис төрҙәрен индереү иҫәбенә, арттырыу ысулдары ҡаралды. Авиакомпаниялар, туристик  агентлыҡтар, пассажирҙар ташыу буйынса агентлыҡтар етәкселәре коллегаларының ҡаҙаныштары менән танышты, баҙар үҫеше тенденцияларын һәм авиакомпаниялар хеҙмәтләндереүҙәрен алға ебәреүҙә үҙ-ара хеҙмәттәшлек юлдарын тикшерҙе.

темалар: Транспорт