6 декабрь, Шишәмбе

02 декабрь 2009 йыл, 12:31

“Йәш ғаилә-2009” конкурсында бер юлы ике ғаилә еңде

автор: Эльмира Сабирова

Октябрьский ҡалаһынан Хөсәйеновтар һәм Учалынан Исхаковтар ғаиләләре «Йәш ғаилә — 2009» республика конкурсында еңеүселәр булды. Был ижади ярыш финалсылары ҡатнашлығында гала-концерт Октябрьскийҙың Йәштәр һарайында үтте.

"Йәш ғаилә" конкурсы быйыл 12-се тапҡырына үткәрелә, шуға күрә лә ул республика йәмәғәт тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде һәм ҙур популярлыҡ яуланы. Унда ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл арта барыу факты ла ошо турала һөйләй.

— Финалда ҡатнашыуға заявкалар быйыл Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан 30 ғаиләнән килде, — ти БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы консультанты Ынйы Ғәниева. — Ғаиләләр төрлө, әммә барыһы ла талантлы. Был турала уларҙың сығыштарының сифатына ҡарап фекер йөрөтөргө мөмкин булды. Балаларҙың ярышы ла һәр ваҡыттағыса шәп килеп сыҡты.

Үҙ өҫтөнлөктәрен иҫбатлау өсөн, ғаилә пары үҙ балалары менән бергә бер нисә ижади һынау аша үтергә һәм жюри ағзаларын тап улар өлгөлө булыуҙарына инандыра алырға тейештәр ине. Ынйы Ғәниева билдәләүенсә, был юлы хөкөм итеү еңелдән булманы, сөнки бер-береһенә оҡшамаған һәм бик сағыу дәғүәселәр араһынан һайлап алырға тура килде бит.

Һөҙөмтәлә өсөнсө урынды жюри бер юлы өс ғаиләгә бирҙе —Дыуан районынан Семеновтарға, Саҡмағоштан Ғәлиевтарға һәм Көйөргәҙе районынан Королдәргә. Стәрлетамаҡ районынан Әхмәровтар һәм Өфөнән Шәйхетдиновтар икенсе урын яуланы. Почетлы беренсе урынды ла ике ғаилә бүлеште.

— Октябрьский ҡалаһынан Хөсәйеновтар һәм Учалынан Исхаҡовтар көстәре буйынса тигеҙ булып сыҡты, — тине Ынйы Ғәниева. — Ике ғаилә лә иң яҡшы тип аталырға лайыҡ, шуға күрә быйыл Гран-при бирмәҫкә ҡарар иттек.

Еңеүселәргә килгәндә, Илдар менән Светлана Хөсәйеновтар алты йәшлек улдары Моратты тәрбиәләйҙәр. Икеһе лә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй. Ғаилә башлығы – стоматолог, ҡатыны балаларҙы дауалай.

Илшат менән Айгөл Исхаҡовтарҙың улдары Айҙарға ла алты йәш.  Икеһе лә Учалы филармонияһында эшләй.

Ғаилә байрамын тамамлап, еңеүселәргә һәм призерҙарға төрлө магазиндарҙан бүләк сертификаттары тапшырылды, ә балалар уйынсыҡтар алды.  

темалар: конкурстар