3 декабрь, Шәмбе

02 декабрь 2009 йыл, 11:42

Чехия самолеттары Башҡортостанда урындағы авиалинияларҙы үҫтерергә ярҙам итәсәк

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостанда эске һәм төбәк авиалиниялары буйынса пассажир йөрөтөүҙәр үҫтереләсәк. Беренсе ошондай рейс Өфөнө Башҡортостандың Урал аръяғы баш ҡалаһы Сибай менән бәйләйәсәк. Чехиянан яңы 19 урынлыҡ L-410 UVP — E 20 самолеты килде лә инде, унда урындағы линиялар буйлап осоштар яһаласаҡ.

”Өфө” Халыҡ-ара аэропорты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яҡын арала республика тағы бер L-410 самолеты аласаҡ. Өфөнөң дүрт пилоты әлеге ваҡытта ошо турбовинтлы һауа судноһы етештерелгән Чехияла уҡыу үтә.

Куновице ҡалаһының Aircraft Industries авиатөҙөлөш предприятиеһы белгестәре әйтеүенсә, был самолет яҡшы осоу-техник сифаттарға эйә, заманса авионика менән йыһазландырылған, ышаныслы һәм төрлө климат, географик һәм метеорологик шарттарҙа файҙаланыла, яһалма полосаға һәм ергә ултыра ала.

Хәҙер Сибай һәм Нефтекама аэропорттары инфраструктураһы яңы типтағы самолеттарҙы ҡабул итеүгә әҙерләнә, Өфөнө Урал һәм Волга буйы ҡалалары менән бәйләйәсәк осоштар программаһы эшкәртелә.

Чехия самолетында тәүге күнекмә осош декабрҙә үк планлаштырыла. Ә Сибайға регуляр рейстар март тирәһендә башланасаҡ.