3 декабрь, Шәмбе

02 декабрь 2009 йыл, 10:48

Нижегородканың «Zоопарк» театры гастролдәре көтөлә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Өфөлә 9 — 11 декабрҙә Нижегородканың «Zоопарк» театры гастролдәре көтөлә. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ҡабул итәсәк, тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтенән.

Үҙ гастроль репертуарына Нижегородка артистары балалар һәм уларҙың тыңлауһыҙ ата-әсәләре өсөн «Клаксон һәм Ластик. Мәшәҡәтле көн» музыкаль шоуын, шулай уҡ «М-П» һәм «Зоопаркта ни булған?» спектаклдәрен индергән.

«М-П» спектакле, уны ҡуйыусылар әйтеүенсә, – ул Виктор Ерофеевтың шул уҡ исемдәге поэмаһына метафизик ишара. Спектакль режиссеры — Ирина Зубжицкая (Санкт-Петербург), ҡуйыусы рәссам — Наталья Белова, хореографы – Асия Горбачева. Художество яғынан биҙәүселәр – Владимир Ганин менән Елена Евграфова.

«Зоопаркта ни булған?» пьесаһы ни өсөн ыҙғыш-талаш килеп тыуыуы, нисек кешеләр бер-береһе менән аралашмаҫ хәлгә етеүе тураһында бәйән итә.

Ә «Клаксон һәм Ластик» шоуы геройҙары был ҡатмарлы заманда өлкәндәрҙе нисек тәрбиәләү тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Тамашала музыкаль номерҙар күп һәм ул тамашасылар залы менән аралашыуға һәм уйындарға ҡоролған. Проект авторҙары үҙҙәре өсөн эталон итеп элекке «Радионяня»ны һайлаған.

темалар: Гастролдәр