11 декабрь, Йәкшәмбе

02 декабрь 2009 йыл, 10:07

Башҡортостанда «Балалар һәм йәштәр матбуғаты аҙналығы» үтә

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостанда республиканың Мәғариф министрлығы менән берлектә БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ тарафынан ойошторолған “Балалар һәм йәштәр матбуғаты аҙналығы” үтә.

Акцияның девизы – “Һәр уҡыусыға берәр республика гәзите һәм журналы!”  Сараның төп маҡсаты булып балалар һәм йәштәр баҫмаларын пропагандалау, тиражды һаҡлау һәм уҡыусы йәштәр араһында ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙы әүҙемләштереү, баҫмаларҙы уҡыу мәҙәниәтен күтәреү тора.

БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡта хәбәр итеүҙәренсә, был киң сарала йәштәр һәм балалар гәзиттәре һәм журналдары редакциялары, почта хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша, ә маҡсатлы аудитория булып дөйөм белем биреү, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында уҡыусылар, шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙа тәрбиәләнеүселәр тора.

Акция сиктәрендә уҡыу йорттарында класс сәғәттәре һәм дөйөм мәктәп саралары: викториналар, тематик кисәләр, уҡыусыларҙың район, ҡала һәм республика киң мәғлүмәт саралары редакциялары вәкилдәре менән осрашыуҙарын, олимпиадалар, театрлаштырылған тамашалар һәм башҡа саралар үткәреү планлаштырылған. Киң агитация саралары шулай уҡ мәҙәниәт йорттарында, клубтарҙа, китапханаларҙа үтәсәк.

Билдәле булыуынса, бөгөн республикала рус, башҡорт һәм татар телдәрендә өс йәштәр гәзите («Молодежная газета», «Йәшлек», «Өмет»), балалар һәм үҫмерҙәр өсөн башҡорт һәм татар телдәрендә гәзит һәм журналдар («Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Әллүки»), башҡорт һәм татар телдәрендә ике йәштәр журналы – «Шоңҡар» һәм «Тулпар» – сығарыла. Күрһәтелгән баҫмаларҙан тыш, акцияла "Аҙна», "Атна», «Детская газета» гәзиттәре ҡатнаша.

“Балалар һәм йәштәр матбуғаты аҙналығы” 6 декабргә тиклем дауам итәсәк.