Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Вәхит Хызыров Башҡорт дәүләт филармонияһында концерт ҡуясаҡ

Йәмғиәт

4 декабрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Орган залында Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Вәхит Хызыровтың концерты үткәрелә.

Йырсы менән бергә был көндө сәхнәгә уның ғаиләһе лә – Сәғит, Зөмәрә, Зөфәр, Нурзилә, Мария Хызыровтар, шулай уҡ Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Владимир Суханов та сығасаҡ. Был компания башҡарыуында тамашасылар популяр классик һәм эстрада әҫәрҙәрен, башҡорт халыҡ йырҙарын ишетәсәк.

Билдәле булыуынса, Вәхит Хызыровтың ижадын республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙән ситтә лә лайыҡлы баһалайҙар. Уны Германияла, Швейцарияла, Бельгияла, Австрияла, Төркиәлә алҡышлап ҡаршыланылар. Етмәһә, Вахит Хызыров — ҙур юбилейҙарға һәм тантаналы даталарға арналған концерттарҙа даими ҡатнашыусы. Уның тауышы Өфөлә башҡорттар Ҡоролтайын асҡанда, Мәскәүҙә Башҡортостан көндәрен асыуға арналған концертта, камерный һәм симфоник музыка фестивалдәрендә  яңғыраны.

Йырсы репертуарында классика: операларҙан ариялар, көнбайыш, рус композиторҙарының йырҙары һәм романстары киң бирелгән. Бынан тыш, Вәхит Ғәлибай улы республиканың төп композиторҙары менән тығыҙ ижади бәйләнештә эшләй, йыш ҡына уларҙың яңы әҫәрҙәрен беренсе булып башҡара.

Башҡарыусының ижадында башҡорт халыҡ йырҙары айырым бер урын биләй. Белгестәр фекеренсә, ул милли фольклорҙы тәрән тойоусы һәм белеүсе, уның иң яҡшы интерпретаторҙарының береһе булып тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть