Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Дәүләт автоинспекцияһы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы иғтибарлы булырға саҡыра

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы дәүләт автоинспекцияһы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла йонсоу көндәрҙә юлда, бигерәк тә ҡараңғы төшкәс, айырыуса иғтибарлы булырға үтенеп мөрәжәғәт итә. Йәйәүлеләргә юл аша яҡтыртылған урындарҙа ғына сығырға, асыҡ төҫтәге йәки яҡтылыҡты сағылдырыусы өҫкө кейем кейергә тәҡдим ителә. Водителдәргә тиҙлеген кәметергә, юлда йәйәүлеләр килеп сығыуына әҙер булырға кәңәш итәләр.

Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн республикала һәм Өфөлә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә.

“Еүеш асфальтта транспорт сараһы тәгәрмәстәренең тартыу сифаты насарайыу ғына түгел, шулай уҡ көҙгө эффекты барлыҡҡа килә, фаралар, урамдағы лампалар яҡтыһы сағыла, был юлдағы шарттарҙы дөрөҫ баһалауҙы ҡыйынлаштыра”, – тип билдәләнеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть