11 декабрь, Йәкшәмбе

01 декабрь 2009 йыл, 16:32

БДУ-ның 100 йыллығына арналған төп тантаналар Өфөлә 3 һәм 4 декабрҙә үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

— Башҡорт дәүләт университеты Рәсәй Федерацияһы вуздары араһында лайыҡлы урын биләй, — тине «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БДУ ректоры Мөхәмәт Харрасов. – Уны сит илдәрҙә яҡшы беләләр, беҙҙең университетты тамамлаусылар Ер шарының бик күп мөйөштәрендә эшләй. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта АҠШ-та эшләүсе БДУ-ның маҡсатлы аспиранты Владимир Дринфельд иң почетлы математик награда – Филдсов премияһы менән бүләкләнгән, уны хатта  математиктар өсөн Нобелев премияһы тип тә атайҙар.

Бынан тыш, Мөхәмәт Хадис улы билдәләүенсә, физкультура вузы булмаһа ла, БДУ республиканы ғына түгел, тотош илде данлаған күп кенә һәләтле спортсылар тәрбиәләгән. Улар араһында – күп тапҡырҙар донъя һәм Европа чемпионы, атыу буйынса Олимпия уйындарының бронза призеры Ренарт Сөләймәнов, Нияз Фәйзуллин, Максим Чудов, Ольга Вилухина.

Ә быйыл Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллығы билдәләнәсәк.

— Уҡыу йорто һуңғы ун йылда архив тикшеренеүҙәре менән бик етди шөғөлләнде, — тине Мөхәмәт Хадис улы. — Мәскәү, Санкт-Петербург архивтарында беҙ Башҡорт дәүләт университетына тап Өфө уҡытыусылар институты нигеҙ һалыуын раҫлаусы уникаль материалдар таба алдыҡ.

Университет оло юл үткән. 1909 йылдың 1 июлендә Өфө уҡытыусылар институты булараҡ асылып, ул 1919 йылдың 24 декабрендә — халыҡ мәғарифы институты, ә 1929 йылдың 16 мартында Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты итеп үҙгәртелә. 1957 йылдың 20 июлендә ошо уҡыу йорто базаһында Башҡорт дәүләт университеты асыла ла инде. Заманында, Мөхәмәт Харрасов әйтеүенсә, Башҡорт педагогия институты яҙыусылар әҙерләгән берҙән-бер үҙәк була.

— Әгәр беҙ башҡорт әҙәбиәте тарихына мөрәжәғәт итһәк, уларҙың күбеһе Башҡорт педагогия институтын тамамлаусылар булыуын күрербеҙ, — тип билдәләне ректор. – Улар иҫәбендә –  Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим дә.

Үҙенең 100 йыллығына вуз төплө нигеҙ менән яҡынлашты. Былар – фәнни ҡорамалдар һатып алыу ҙа, Сибай ҡалаһында уҡыу-лаборатория комплексын файҙаланыуға тапшырыу, Өфөнөң Совет районында Хоҡуҡ институтының икенсе сиратын реконструкциялау, Черниковкала уҡыу корпусын, химик реактивтар складын тапшырыу ҙа. Дөйөм алғанда, быйыл 11040 квадрат метр уҡыу-лаборатория майҙансығы сафҡа индерелде.

Тантаналарға килгәндә, улар 3 һәм 4 декабрҙә үтәсәк. Төп майҙансыҡтар – Башҡорт дәүләт университеты һәм Конгресс-холл. Программала – «Төбәктәрҙең инновацион мөхитен формалаштырыуҙа классик университеттарҙың роле» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы, классик университеттарҙың уҡыу-методик берекмәһе Президиумы ултырышы, М. Ломоносов исемендәге МДУ ректоры Владимир Садовничийҙың БДУ уҡытыусылары һәм студенттары менән осрашыуы, Башҡорт дәүләт университетына нигеҙ һалыныуҙың 100 йыллығына арналған тантаналы йыйылыш.

Хөрмәтле ҡунаҡтар араһында – РФ Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәғариф буйынса федераль агентлыҡ вәкилдәре, Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттары һәм сит ил университеттары ректорҙары һәм проректорҙары.

— Беҙҙең өсөн иң мөһиме – был байрамдар уҡытыу һәм фәнни процестарҙы артабан камиллаштырыу өсөн өҫтәмә стимул булып тороуында, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Мөхәмәт Харрасов.

темалар: мәғариф