11 декабрь, Йәкшәмбе

01 декабрь 2009 йыл, 15:20

Йәштәр театры халыҡ-ара фестивалдең тәүге ике премияһын яуланы

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Йошкар-Олала Рәсәйҙең милли республикалары һәм яҡын сит илдәр рус театрҙарының “Дуҫлыҡ күпере” халыҡ-ара фестивале үтте. Унда Мостай Кәрим исемендәге Башҡортостан Республикаһы Милли йәштәр театрының рус труппаһы ҡуйған «Ночевала тучка золотая» спектакле, фестивалдең тәүге ике премияһын яулап, театр форумы фавориты булды.

Өфө театрының спектакле «Иң яҡшы спектакль» номинацияһында беренсе тип танылды, ә төп ролде башҡарыусыларҙың береһе Андрей Ганичев «Иң яҡшы ирҙәр роле» өсөн беренсе премия алды, тип хәбәр итте Милли йәштәр театрының әҙәби бүлеге хеҙмәткәре Айһылыу Сәғитова.

Йәштәр театры Йошкар-Олала 24 ноябрҙә Георгий Константинов исемендәге Академия рус драма театры сәхнәһендлә сығыш яһаны. Башҡортостан театры менән бергә форумда Мәскәү, Ҡазан, Владимир, Күксәтау, Новокузнецк, Чебоксар һәм башҡа ҡалаларҙан коллективтар ҡатнашты.

Бөгөн «Ночевала тучка золотая» Йәштәр театрының иң популяр театраль спектакле булып тора. Был спектакль театр сәхнәһендә икенсе миҙгел барыуға ҡарамаҫтан, уға әле лә билеттар алыуы ҡыйын.

Был спектакль тураһында театр тәнҡитселәре бик ыңғай фекерҙә. Атап әйткәндә, Евгений Вахтангов исемендәге Дәүләт академия театрының әҙәби редакторы Людмила Остропольская уны “Алтын битлек” Милли театр премияһына дәғүә итеүгә сығарырға тәҡдим итте.

темалар: фестивалдәр