Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә БР Президенты гранттарына конкурс иғлан ителде

Йәмғиәт

БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы тарафынан мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ижади проекттарға ярҙам итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Президенты гранттарына дәғүә итеүгә сираттағы конкурс иғлан ителде. Ул БР Президенты Мортаза Рәхимовтың “БР мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары тураһында”ғы Указына ярашлы үткәрелә.

БР Президентының күрһәтелгән гранттарына дәғүә итеүгә заявка документацияһы төҙөү һәм биреү тәртибе БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы сайтында (www.mknprb.ru) баҫылған.

Бөтә конкурс материалдары министрлыҡҡа 2010 йылдың 1 февраленә тиклем «гранттар конкурсы» билдәһе менән конвертта тапшырылырға тейеш.

Быйыл мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә 100 мең һум күләмендә БР Президенты гранты менән 25 кеше бүләкләнде, республиканың тағы биш ижади коллективы 300 меңәр һум алды. Былар – БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы Республика Хәрби Дан музейының  «Данлы атлылар юлдары буйлап» проекты, «Булат Йосоповтың кино мәктәбе», Сибай ҡалаһы Балалар сәнғәт мәктәбенең «Гөлдәр» өлгөлө бейеү ансамбле  һәм башҡа бик күптәр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть