7 декабрь, Шаршамбы

01 декабрь 2009 йыл, 11:56

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комплексын реформалаштырыуға средстволар үҙләштерелә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөгә федераль үҙәк тарафынан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу программаһы буйынса бүленгән средстволар тулыһынса үҙләштерелде. Был турала бөгөн ҡала хакимиәтендәге кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

— Хәҙерге ваҡытта капиталь ремонтлау буйынса эштәр 100 процентҡа башҡарылды, — тине мэр. – Бер нисә йортта подвалдарзы һәм подъездарҙы ремонтлау буйынса ғына хәл ителмәгән мәсьәләләр ҡалған. Әммә был ҡала бюджеты средстволары иҫәбенә алып барыла ла инде һәм ошо аҙна эсендә тамамланасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, дөйөм алғанда, Өфөлә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу программаһы буйынса быйыл 250-ләп йорт капиталь ремонтланды.