4 декабрь, Йәкшәмбе

01 декабрь 2009 йыл, 11:39

Президент Советы республиканың кадрҙар потенциалын күтәреү юлдарын билдәләне

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Республикаһында дәүләт граждандар хеҙмәтендә кадрҙар резервы тураһында Положение һәм  иҡтисадты һәм социаль тармаҡты кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса өлкә программаларын әҙерләү;  республикала муниципаль хеҙмәт һәм дәүләт граждандар хеҙмәте мәьәләләре буйынса фәнни-методик тәьмин итеүҙең  берҙәм система концепцияһын  булдырыу;  дәүләт  һәм урындағы үҙидара органдары  эшмәкәрлектәренең һөҙөмтәлелеген йыл һайын мониторлау;  Башҡортостанда   Волга буйы федераль округының  “Граждандар хеҙмәтенең  асыҡлығын, дәүләт хеҙмәткәрҙәренә  ышанысын арттырыу”  буйынса  “пилот” проектын бойомға ашырыу  мәсьәләләрен  һәм дәүләт кадрҙар сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән башҡа  сараларҙы  бөгөн Президент  Советы раҫланы.

– Кадрҙар менән эш дәүләт власы һәм урындағы үҙидараның төп звеноһы, йәмғиәт, дәүләт һәм халыҡ хужалығы үҫешенең мөһим факторы булып тора, – тине республика Президенты Мортаза Рәхимов. – Дөйөм алғанда, дәүләт хеҙмәте системаһын реформалау беҙҙең республикала  яҡшы темпта бара. Федераль Программа дәүләт хеҙмәтенә идара итеү органын ойоштороу тураһындағы мәсьәләне әле күтәрә генә, ә республикала Президент Хакимиәтенең Дәүләт граждандар хеҙмәте һәм муниципаль кадрҙар сәйәсәте эшләй.

Президент, кадрҙар менән эшләүҙең элекке системаһынан яңыһына төптән уйлап, тетрәнеүһеҙ күсеүгә өлгәшелде, был бөтә ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм тәрән үҙгәртеп ҡороуҙар булдырыуҙы тәьмин итеү мөмкинлеген бирҙе, тип билдәләне.

БР Хөкүмәте Премьер- министры Раил Сарбаев әйтеп үтеүенсә,  республикала булдырылған иҡтисади ҡеүәт,  производствоны  ваҡытлы  диверсификациялау һәм модернизациялау уны  көрсөк  йоғонтоһона бирелмәгән төбәктәр иҫәбенә индерҙе. Артабан да ҡеүәтле, конкурентлыҡҡа һәләтле төбәктәр иҫәбендә ҡалыр өсөн иҡтисад үҫешенең  аныҡ дәүләт планы булырға тейеш. Иҡтисадты алға этәреүсе өҫтөнлөклө проекттарҙы асыҡлау өсөн, беренсе сиратта, кадрҙар менән эште яҡшыртыу талап ителә.

– Беҙгә профессионалдар, республикаға тоғро, дәүләт кимәлендә фекер йөрөтөүсе кадрҙар кәрәк. – тине Раил Сарбаев.

Президент Советында дәүләт кадрҙар сәйәсәте мәсьәләләрен тикшереүҙә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм  идара итеү академияһы ректоры Мансур Әйүпов, Туймазы районы хакимиәте башлығы Рәшит Хәйруллин һәм “Учалы тау–байыҡтыру комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Ильяс Абдрахманов ҡатнашты.

Президент Советының киләһе ултырышы  2010 йылдың мартында үтәсәк һәм “Башҡортостандың  үҫеш  факторы булараҡ юғары мәктәпте инновацион үҫтереү” темаһына арналасаҡ.