Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Декабрҙә “Йөҙҙән йөҙгә” премияһы лауреаттары билдәле буласаҡ

Иҡтисад

18 декабрҙә Өфөлә ҡаланың Ижтимағи үҫеш фонды дүртенсе тапҡырына “Йөҙҙән йөҙгә” ҡала ижтимағи эшлекле премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһын үткәрәсәк. Үҙ эштәре менән ҡаланың һәм унда йәшәүселәрҙең сәскә атыуына һәм үҫеүенә булышлыҡ итеүсе өфөләр бүләктәр аласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йөҙҙән йөҙгә» премияһы 2006 йылда булдырылғайны.  Үткән дүрт йылда конкурс программаһында республика баш ҡалаһында йәшәүсе 230 самаһы кеше ҡатнашты. Уларҙың эштәре менән ғорурланырға мөмкин, улар ҡалабыҙҙы төҙөкләндерә, йорттар, юлдар һала, ҡала урамдарын төҙөкләндерә, сәләмәтлегебеҙ тураһында хәстәрлек күрә, мәҙәни һәм белем биреү үҙәктәре ойоштора бит. Уҙған йылдар йомғаҡтары буйынса Фонд ярҙамында 50-нән ашыу проект бойомға ашырылды, уларҙа Өфөнөң 300 меңдән ашыу кешеһе ҡатнашты.

Быйыл “Йөҙҙән йөҙгә” премияһына дәғүә итеүселәр даирәһе киңәйҙе. Конкурста 17 йәшлек студенттар ҙа, 80 йәшлек пенсионерҙар ҙа ҡатнаша. Бөтәһе 57 заявка килде. Ойоштороу комитеты ултырышында билдәләнеүенсә,  премияға дәғүә итеүселәрҙең барыһы ла — лайыҡлы һәм талантлы кешеләр.

4 декабрҙә конкурс комиссияһы ултырышы үткәрелә, унда власть, бизнес, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре инә. Тауыш биреү ябыҡ буласаҡ. 18 декабрҙә генә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең ҙур залында “Йөҙҙән йөҙгә” ижтимағи эшлекле премияһына лайыҡ булыусыларҙың исемдәре аталасаҡ.

“Йөҙҙән йөҙгә” премияһын ойоштороусылар – ҡаланың Ижтимағи үҫеш фонды, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть