4 декабрь, Йәкшәмбе

01 декабрь 2009 йыл, 10:12

Башҡортостан парламенты депутаттары ижади йәштәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү мөмкинлектәрен киңәйтә

автор: Николай Ермоленко

Башҡортостан парламенты депутаттары йәш таланттар һәм ижади йәштәрҙең  мәҙәни эшмәкәрлегенә дәүләт ярҙамы күрһәтеү мөмкинлектәрен киңәйтә. Рәсәй Федерацияһында – Йәштәр йылы, Башҡортостанда – Йәштәр башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылында депутаттар  “Мәҙәниәт тураһында”  Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү  тураһында закон проекты әҙерләп, был законды камиллаштырыу буйынса эш башланы. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ноябрь ултырышында закон проекты хупланды һәм беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Эльвира Юнысова аңлатыуынса, был проектта Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдарының  йәш таланттарға һәм ижади йәштәргә дәүләт ярҙамының төрлө саралар комплексы ҡаралған. Мәҫәлән, йәш таланттарҙы асыҡлау өсөн үткәреләсәк күргәҙмә һәм конкурстар, ижади  ҡаҙаныштары өсөн йәштәрҙе  дәртләндереү (стипендиялар, гранттар, премиялар һәм башҡалар), ижади лагерҙар ойоштороу, ижади һәм талантлы балаларҙы сәләмәтләндереү һәм  ялдарын ойоштороу ваҡытында төрлө семинарҙар үткәреү,  республика бюджеты иҫәбенә, БР Хөкүмәте раҫлаған тәртипкә ярашлы,  урта һәм юғары белем алыуға булышлыҡ итеү.

Закон проектында шулай уҡ балаларҙы һәм йәштәрҙе ижадҡа һәм мәҙәни үҫешкә ылыҡтырыу буйынса  граждандарҙың эшмәкәрлеген дәртләндереү ҡаралған.