Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Беларуста Волга буйы федераль округының иҡтисади миссияһы үтәсәк

Иҡтисад

Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Беларусь Республикаһында Волга буйы федераль округының иҡтисади миссияһында ҡатнашасаҡ.

Программа өс көнгә — 1-3 декабргә – иҫәпләнгән. БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, төп саралар 2 декабргә планлаштырылған. Был көндө иҡтисади миссияны тантаналы асыу үткәрелә. Шулай уҡ Волга буйы федераль округының инновацион потенциалы менән таныштырыу һәм округта берҙәм мәғлүмәт майҙансығын ойоштороу проблемалары һәм социаль инноватика өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса түңәрәк өҫтәлдәр билдәләнгән. Бизнес вәкилдәре контакттар биржаһы эшендә ҡатнашасаҡ һәм Минскиҙың ҡайһы бер предприятиеларында буласаҡ.

3 декабрҙә һынлы сәнғәт күргәҙмәһе асыласаҡ. Шулай уҡ Беларусь етәкселегенең Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота менән рәсми осрашыуы ла планлаштырылған.

Башҡортостан делегацияһының 13 ағзаһынан 11-е –бизнес вәкилдәре. Улар төрлө тармаҡтарҙа эшләй һәм белорус эшҡыуарҙар менән ныҡлы эшлекле бәйләнештәр урынлаштырыуға иҫәп тота.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть