9 декабрь, Йома

30 ноябрь 2009 йыл, 16:58

Экологик-иҡтисади һөҙөмтәлелек рейтингында Башҡортостан икенсе урында

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бойондороҡһоҙ экологик рейтинг агентлығы төбәк иҡтисадтарының экологик-иҡтисади һөҙөмтәлелеге рейтингы күрһәткестәрен иғлан итте. Быйыл Рәсәй Федерацияһының 76 субъекты етәкселәре уны төҙөү өсөн мәғлүмәт бирҙе.

Рейтингылар төҙөү принцибы бөтә төбәктәрҙә үлсәнгән иҫәп индикаторҙарын файҙаланыуға нигеҙләнгән. Бойондороҡһоҙ эксперттар төбәктәрҙең энергетик баланстары мәғлүмәттәренең тулылығы һәм ышаныслылығы, тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһо һәм Ҡыҙыл китапҡа индерелгән тәбиғи экосистемаларҙы һәм төрҙәрҙе һаҡлау буйынса мәғлүмәттәр тураһында үҙ һығымталарын бирҙе.

Аралағы рейтингыларҙа яуланған урындар суммаһы буйынса лидер-төбәктәр аталды.

Тәбиғәттән файҙаланыу, энергия ҡулланыу һәм тәбиғи мөхитте һаҡлауҙың иң ҡулай системаһы – Брянск өлкәһендә. Рейтингыла икенсе урында – Башҡортостан. Унан ҡала Татарстан (3), Калуга өлкәһе (4) һәм Кабардин-Балкария (5) килә. Күп осраҡтарҙа комплекслы лидерлыҡ төбәк эшмәкәрлегенең төрлө аспекттарының тигеҙлегенә таяна.