9 декабрь, Йома

30 ноябрь 2009 йыл, 16:10

Республика студенттары йәш PR-белгестәр форумында еңеү яуланы

автор: Эльмира Сабирова

Өфө иҡтисад һәм сервис дәүләт академияһының  “Йәмәғәтселек менән бәйләнеш”  һөнәрен үҙләштереүсе бишенсе курс студенттары Тимур Әсәҙуллин, Асия Бохарбаева, Элина Гилуанова, Алена Кожевникова, Мария Ҡотошева, Ирина Мортазина Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында үткән “Сфера” Бөтә Рәсәй йәш PR-белгестәр конкурсында еңеү яуланы.

Улар “Проектты әҙерләүгә системалы ҡараш”  номинацияһында һәм “Уҡыу – ҺИНЕҢ уңышлы киләсәгең”  PR-проекттар конкурсының “Слоган” номинацияһында иң яҡшылар тип табылды.

темалар: Конкурстар