11 декабрь, Йәкшәмбе

30 ноябрь 2009 йыл, 16:07

Белорет металлургия комбинатында етештереү күләмдәре арта

автор: Эльвира Латипова

БР Профсоюздар федерацияһы һәм Рәсәй Тау-металлургия профсоюзы төбәк ойошмаһы етәкселегенең  Белорет металлургия комбинаты профактивы һәм уның идара итеүсе директоры Виктор Камелин менән осрашыуында Белорет металлургия комбинатындағы финанс-иҡтисади хәл тикшерелде.

Һөйләшеүҙең йөкмәткеһен Рәсәй тау-металлургия профсоюзының республика ойошмаһы рәйесе Марат Хөсәйенов бәйән итә:

— Эш хаҡы кимәле буйынса предприятие хатта Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалынан алда бара. Әлеге ваҡытта комбинат эш менән тулыһынса тәьмин ителгән. Әгәр беренсе ярты йыллыҡта предприятиеның зыянлы эшләүе 230 миллион һум самаһы тәшкил итһә, бөгөн иһә был һан 10-11 миллион һумға төшкән, ә йыл аҙағына БМК зыянһыҙ эшләү режимына сығырға планлаштыра. Көрсөккә тиклемге һөҙөмтәләр әлегә юҡ, әлбиттә, ләкин эш күләме буйынса тотороҡло үҫеш күҙәтелә. Ҡатнаш сым цехында һыуыҡ килеш деформацияланған арматура етештереү буйынса ҡорамалдарҙың яңы линияһын сафҡа индереү ҙә мөһим факт булып тора. Заманса ҡорамалдар комплексы Белорет металлургия комбинатында бөтөнләй яңы продукция; төҙөлөш тармағында ҡулланылған 4-12 миллиметр диаметрлы арматура сымы етештереүҙе үҙләштерергә булышлыҡ итәсәк. Бер йыл тирәһе элек беҙ был цехта булғайныҡ. Ул саҡта ҡорамалдар буш тора, кешеләр юҡ ине. Хәҙер иһә цех гөрләп тора.