5 декабрь, Дүшәмбе

30 ноябрь 2009 йыл, 15:39

Башҡортостан энергетиктары оперативлыҡты күтәрә

автор: Марият Артюхова

Башҡортостан энергетиктары электрон бәйләнеш индереү иҫәбенә ресурстарҙы һәм ваҡытты экономиялай. Мәҫәлән, “Башкирэнерго”  асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең  “Энергосвязь”  филиалында  секундына 10 һәм 100 мегабит мәғлүмәт тапшырыу каналдары файҙаланыуға тапшырылды.

Предприятиеның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был каналдарҙың өҫтөнлөгө  –  өҫтәмә ҡорамалдар һатып алыуҙы талап итмәгән универсаль Ethernet-протоколды ҡулланыу. Мәғлүмәттәрҙе  ебәреү тиҙлеге һәм күләме ҡырҡа артты. Заманса технологияларҙы ҡулланыу технологик мәғлүмәттәрҙе ҡабул итеү тиҙлеген арттырҙы.

темалар: Бәйләнеш