11 декабрь, Йәкшәмбе

30 ноябрь 2009 йыл, 15:10

Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ҡаҙаныштары юғары баһаланды

автор: Марият Артюхова

Башҡортостан  ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ҡаҙаныштары  Рәсәй Ауыл хужалығы академияһы үҫемселек бүлегенең юғары баһаһына лайыҡ булды. Был хаҡта Татар ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында

ошондай уҡ институттарҙың фәнни –производство эшмәкәрлегенә йомғаҡлау яһалғанда әйтелде.

Башҡортостан  ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының  ҡаҙаныштары аҙ түгел. Быйыл институт дүрт патент һәм алты авторҙар танытмаһын алды. РФ  Селекция ҡаҙаныштары исемлегенә  Башҡорт ҡыҙыл һабаҡлы ҡарабойҙай, Башҡорт Бельфлер, Кушнарен алма ағастары индерелде. Институт һигеҙ инновацион проектта ҡатнашыу конкурсында еңеү яуланы. Уның ҡаҙаныштары  шулай уҡ  “Алтын көҙ -2009”  агросәнәғәт күргәҙмәһенең миҙалдары һәм дипломдары  менән билдәләнде.

темалар: Ауыл хужалығы