Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың социаль картаһында пенсия ҡушымтаһы эшләй башлаясаҡ

Иҡтисад

БР Хөкүмәте һәм РФ Пенсия фонды араһындағы Килешеүгә ярашлы, Башҡортостан буйынса РФ Пенсия фонды бүлексәһе Башҡортостандың  социаль картаһында пенсия ҡушымтаһын әүҙемләштерәсәк.

БР буйынса РФ Пенсия фонды бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, социаль картаның хужаһы, Пенсия фонды бүлексәһенә бармай ғына, пенсия страховкаһы системаһында шәхси лицевой иҫәптең торошон үҙаллы тикшерә ала.

Пенсия ҡушымтаһы мәғлүмәте менән ҡулланыу өсөн, йәшәгән  урында  халыҡты социаль яҡлау идаралыҡтарында социаль карта алыу өсөн анкета–заявка тултырғанда, тейешле ғариза бирергә кәрәк. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының территориаль органы социаль картаны Пенсия фонды идаралыҡтарына тапшырғандан һуң пенсия ҡушымтаһы әүҙемләштерелә.

Социаль картаның функциялары пенсия ҡушымтаһы менән генә сикләнмәгән. Унан башҡа һалым, транспорт, банкылар, медицина һәм башҡа ҡушымталар эшләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть