4 декабрь, Йәкшәмбе

30 ноябрь 2009 йыл, 12:11

Валоризация Башҡортостанда 940 мең самаһы кешегә ҡағыласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Яҡынса иҫәпләүҙәргә ҡарағанда, Башҡортостанда валоризация 940 мең самаһы кешегә ҡағыласаҡ. Рәсәй Пенсия Фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, пенсия уртаса 1100 һумға артасаҡ.

Ошо көндәрҙә үткәрелгән Рәсәй пенсия форумы “совет” хеҙмәт стажын ҡайтанан баһалауға һәм пенсияға йәшәү минимумы кимәленә тиклем социаль өҫтәмә билдәләүгә арналды. Унда РФ Хөкүмәте башлығы Владимир Путин пенсия системаһын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне. Форумда Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров ҡатнашты.

— Һуңғы тиҫтә йылда пенсия һәм социаль түләүҙәрҙе арттырыу программаһын тормошҡа ашырыу өсөн әҙерлек эше республикала график буйынса алып барыла, — ти Фоат Хантимеров.

Башҡортостанда октябрҙә үк  пенсионерҙың 2010 йылға йәшәү минимумы күләме — 3939 һум – билдәләнде. Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә быйыл 1 декабрҙән хеҙмәт пенсияһының база өлөшөн күтәргәндән һәм 2010 йылдың 1 ғинуарынан валоризациянан һуң, республика аҡсалата түләүҙәрҙе иҫәпкә алып та, пенсия күләме республикала йәшәү минимумына етмәгән пенсионерҙарҙың исемлеге төҙөлдө һәм аныҡланды.

Башҡортостанда төбәк ярҙам сараларын иҫәпкә алып, 115 мең самаһы пенсионер 2010 йылдың 1 ғинуарынан федераль бюджет средстволары иҫәбенә социаль өҫтәп түләүгә хоҡуҡ ала. Өҫтәмә түләү күләме бер нисә һумдан ике мең һумға тиклем тәшкил итәсәк.  

темалар: пенсиялар