11 декабрь, Йәкшәмбе

30 ноябрь 2009 йыл, 11:27

Өфөнөң транспорт паркы яңыртыласаҡ

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә быйыл туғыҙ айҙа ҡала транспортының бөтә төрҙәре тарафынан 260 миллион пассажир ташылған (былтыр был күрһәткес 300 миллион пассажир тәшкил иткәйне). Бөгөн Өфөлә дөйөм файҙаланыуҙағы 151 ҡала маршруты эшләй.

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең транспорт бүлеге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, “Электротранспорт идаралығы” муниципаль унитар предприятиеһы тарафынан ташылған пассажирҙар һаны артты, быға льготалы категория пассажирҙарҙы ташыуҙың күпкә артыуы һөҙөмтәһендә өлгәшелде. Шул уҡ ваҡытта “Башавтотранс” автобустары тарафынан ташылған льготасылар һаны кәмене. Өфө муниципаль электротранспортында, республика Хөкүмәте ҡарары менән индерелгән берҙәм социаль йөрөү билеттарынан тыш, әле булһа Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы ҡарары менән индерелгән, “Башавтотранс” һатҡан билеттарҙан күпкә арзаныраҡ өҫтәмә льготалы йөрөү билеттары ғәмәлдә булыуы һөҙөмтәһендә ошондай нисбәт килеп сыҡты.

Электротранспортта быйыл 1 декабрҙән индерелгән туғыҙ һум күләмендәге хаҡ һәм граждандарҙың төрлө категориялары өсөн электрон тултырылған карталар предприятиела, беренсе сиратта, ҙур социаль йөкләмә менән бәйле килеп тыуған иҡтисади хәлде яҡшыртырға ярҙам итәсәк. “Башавтотранс” транспорт һатып алыуға һәм ремонтлауға байтаҡ финанс средстволары һала, бынан тыш, энергоресурстарға ла хаҡтар арта. Өфө хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, республика баш ҡалаһы транспорттың бөтә төрҙәре паркын киңәйтеүгә мохтаж. Быйыл "Башҡортостан троллейбус заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән 17 троллейбус һәм бер яңы моделле трамвай һатып алынды. Шулай уҡ «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы өсөн «Евро-3» нормаларына ярашлы ҙур һәм айырыуса ҙур 50 «НефАЗ» автобусы һатып алырға планлаштырылған. Улар ҡаланың айырыуса  популяр маршруттарын бер аҙ бушатырға ярҙам итәсәк.

темалар: транспорт