3 декабрь, Шәмбе

30 ноябрь 2009 йыл, 10:26

Рәсәй Төбәк банкылары ассоциацияһы президенты менән осрашыу

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

26 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй Төбәк банкылары ассоциацияһы президенты  Анатолий Аксаков менән эш осрашыуы үткәрҙе. Ул Өфөгә I төбәк-ара “Финанс-хоҡуҡ бәхәстәре” фәнни-ғәмәли конференцияһы эшендә ҡатнашыу өсөн килгән.

Осрашыу барышында илдең банк секторындағы бөгөнгө хәл тикшерелде. Рәсәйҙең ҡайһы бер ҙур банкыларын Башҡортостандағы инвестицион һәм социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуға йәлеп итеү саралары ҡаралды.

Мортаза Рәхимов ил төбәктәре араһында Башҡортостандың иҡтисади именлек йәһәтенән иң яҡшы тәүге өсәү рәтендә булыуын билдәләне. Республика башлығы, Башҡортостан иҡтисадындағы бөгөнгө тенденциялар 2020 йылға тиклем 600 миллиард һумлыҡ республика әһәмиәтендәге 80-дән ашыу эре инвестиция проектын бойомға ашырыуға иҫәп тоторға ярҙам итә, тигән ышаныс белдерҙе.

— Дөрөҫ финанс сәйәсәте алып барыу, йыйылған бурыстың түбән кимәле һөҙөмтәһендә беҙ көрсөккә ҡаршы тора алдыҡ. Республиканың иҡтисади системаһы үҙенең йәшәүгә һәләтен раҫланы, — тип билдәләне Мортаза Рәхимов.

Рәсәй Төбәк банкылары ассоциацияһы етәксеһе Анатолий Аксаков киләсәктә лә республика иҡтисадына кредит ресурстарын йәлеп итеүгә булышырға әҙер булыуҙарын белдерҙе.

— Башҡа төбәктәрҙең банк системаһы менән сағыштырғанда Башҡортостандың банкылар системаһы яҡшы кимәлдә. Был республика предприятиеларының көрсөк шарттарында ла кредит алыуға һәләтле булыуҙары менән аңлатыла, — тине Анатолий Аксаков.

Анатолий Аксаков фекеренсә, Башҡортостан иҡтисад үҫешендә тотороҡлолоҡ һаҡланып ҡалған ил төбәктәренең береһе булып тора. Осрашыуҙа Анатолий Аксаков Өфөлә “Финанс-хоҡуҡ бәхәстәре” төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһын үткәреүгә булышлыҡ иткәне өсөн республика Президентына рәхмәт белдерҙе.