7 декабрь, Шаршамбы

30 ноябрь 2009 йыл, 10:21

Өфөлә көнсығыш көрәше фестивале булып уҙҙы

автор: Раил Мөхәмәҙиев

Республикабыҙ баш ҡалаһында  XV  асыҡ республика көнсығыш көрәше  фестивале булып уҙҙы. Уның ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының  Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы һәм Ушу федерацияһы.

Фестивалдә  республиканың көнсығыш көрәше федерациялары һәм клубтарынан 110-дан ашыу спортсы һәм Татарстандан ҡунаҡтар командаһы ҡатнашты. Ушу, тай боксының төрлө йүнәлештәре һәм стилдәре оҫталары  күп һанлы тамашасыларға ҡорал  менән һәм  ҡоралһыҙ  күнекмәләр комплексын  юғары оҫталыҡ менән башҡарыу техникаһын, сәхнәләштерелгән  матур көрәш күренештәрен күрһәтте.

Өфөнәң “Капоэйра” спорт  төркөмө вәкилдәренең сығышы ла тамашасылар күңеленә хуш килде. Көрәштең был төрө латин Америкаһы илдәрендә барлыҡҡа килә, Бразилияла ул ныҡ үҫешкән, ә хәҙер Башҡортостанда ла уның  менән ҡыҙыҡһыныусылар һаны арта килә.

БР-ҙың Ушу федерацияһы президенты Ирек Зарипов хәбәр итеүенсә, фестиваль күренекле спорт оҫтаһы һәм билдәле актер Брюс Лиҙың тыуған көнөнә арналған. Спорт байрамында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла исемләнгән дипломдар менән бүләкләнде. Фестивалдә  Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа  ҡатнашыу өсөн иң көслө спортсыларҙы асыҡлау маҡсатына ла ирешелде.