Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Экологик агромаркет» ауыл хужалығы йәрминкәһенең икенсе объекты асылды

Иҡтисад

Ҡорбан ғәйете көнөндә  баш ҡалабыҙҙа даими эшләүсе «Зинино» – «Экологик агромаркет» ауыл хужалығы йәрминкәһенең икенсе объекты асылды. Уның менән бер рәттән, ит йәрминкәләре лә эшләй башланы. Улар 31 декабргә тиклем дауам итәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: «Өфө ҡалаһының Колхоз баҙары» сауҙа комплекстары төркөмө һәм «Меркурий» сауҙа үҙәге «һамар – Силәбе» автотрассаһы эргәһендәге Жилино менән Зинино ауылдары араһында «Зинино» сауҙа-йәрминкә комплексын төҙөй. Төҙөлөштөң дөйөм майҙаны 16 гектар майҙанды биләй. 5 сентябрҙә сауҙа урынының тәүге сираты сафҡа индерелгәйне. Ул ваҡытта йәрминкә майҙансыҡтары һәм 400 автомашинаға тәғәйенләнгән автопарк асылды. Быға тиклем Өфөнөң Калинин районында ла ошондай уҡ «Шаҡша» тип аталған ауыл хужалығы йәрминкәһе уңышлы эш башлағайны.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, экологик агромаркеттың асылыуы Ҡорбан ғәйетен байрам итеүгә бағышланған. Шуға ла мөһим объекттарҙың эшләй башлауы мосолмандарҙың матур йолалары менән билдәләнә. Унда намаҙ уҡыласаҡ, ҡорбан салынасаҡ һәм хәйер таратыласаҡ.

Ауыл хужалығы йәрминкәһенә килеүселәр комплекста Башҡортостанда етештерелгән сифатлы һәм тәмле аҙыҡ-түлекте һатып алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. «Зинино» сауҙа-йәрминкә комплексына Көньяҡ автовокзалдан – 124-се, “Дан бульвары” туҡталышынан 24-к һәм 163-д һәм «Сипайлово» һауыҡтырыу комплексынан 278-се маршрут автобустары менән барырға була. Комплекс көн һайын сәғәт иртәнге туғыҙҙан киске һигеҙгә тиклем эшләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть