Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә “Йылдың иң яҡшы киномеханигы” республика конкурсы үтәсәк

Йәмғиәт

Өфөлә  декабрҙә  “Киңлек” кинокомплексында  “Йылдың иң яҡшы киномеханигы”  VI республика конкурсы үтәсәк. Уны ойоштороусылар – БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы һәм  республиканың” Башҡортостан” киностудияһы дәүләт унитар предприятиеһы.

“Башинформ” агентлығына “Башҡортостан” киностудияһы  директоры урынбаҫары Рәйес Мортазин хәбәр итеүенсә, элекке йылдарҙа уҙғарылған конкурстарҙа профессиональ оҫталыҡҡа иғтибар нығыраҡ  бирелә ине, быйылғы бәйгелә киномеханиктың эше икенсе төрлөрәк баһаланасаҡ.

— Беренсе сиратта, беҙ һуңғы һөҙөмтәләргә,күрһәтелгән хеҙмәтләндереүҙәрҙең күләменә һәм сифатына, ҡараясаҡбыҙ:үткәрелгән сеанстар,хеҙмәтләндерелгән тамашасылар, шул иҫәптән,балалар һаны, — тине ул.- Конкурс үткәреү шарттары бер ни тиклем үҙгәрәсәк һәм төп баҫым халыҡты яҡшы хеҙмәтләндереүгә яһаласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть