Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Изге Ҡорбан байрамы менән!

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты  республика  мосолмандарын изге Ҡорбан байрамы  менән  ҡотланы. Ҡотлауҙа былай тиелә:

“Башҡортостан Республикаһы  мосолмандары!

Барығыҙҙы ла исламдың төп байрамдарының береһе – изге Ҡорбан байрамы  менән ихлас  ҡотлайым!

Ҡорбан килтереү байрамы исламдың күп быуатлыҡ мәҙәниәтендәге йолаларҙы, мосолмандың иң яҡшы сифаттарын – миһырбанлыҡты, шәфҡәтлелек һәм рәхмәтле булыуҙы, рухи сафлыҡҡа һәм камиллыҡҡа ынтылышты сағылдыра. Башҡортостанда был боронғо байрам киң һәм күңелле билдәләнә. Йыл һайын хаж ҡылына, мәсеттәрҙә тыуған ерҙең именлеге хаҡында доғалар яңғырай. Ислам динен тотоусылар өсөн был байрам көндәре – рухи камиллыҡ һәм мохтажлыҡ кисереүселәргә иғтибар осоро ул.

Халыҡтар араһындағы  татыулыҡ,  төрлө милләт һәм дин вәкилдәре менән   әхлаҡлылыҡты һәм  йәмғиәт рухлылығын тергеҙеүҙәге берлектәге эш республикабыҙҙың лайыҡлы ҡаҙаныштарының береһе булып тора.

Беҙ мосолмандарҙың Башҡортостан тормошондағы ролен юғары баһалайбыҙ. Улар ғаилә мөнәсәбәттәрен, рухи һәм әхлаҡи нигеҙҙәрҙе нығытыуға, хәйриәлекте үҫтереүгә, экстримизмға һәм башҡалар менән иҫәпләшмәүсәнлеккә ҡаршы көрәшкә булышлыҡ итеүсе  шарттар булдырыуға үҙ өлөшөн индерә.

Республика өсөн традицион конфессиялар вәкилдәренең  тырышлығы киләсәктә лә Ватаныбыҙҙың рухи тергеҙелеүенә, халыҡтар араһында үҙ-ара килешеп йәшәүгә һәм татыулыҡҡа йүнәлтелер, тип ышанам.

Ысын күңелдән һеҙгә һәм яҡындарығыҙға тыныслыҡ һәм именлек,  ныҡлы сәләмәтлек,  бәхет теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов.”

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть