Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Әсә көнө менән!

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты  республика ҡатын-ҡыҙҙарын Әсә көнө менән  ҡотланы. Ҡотлауҙа былай тиелә:

“Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар!

Һеҙҙе матур байрам – Әсә көнө менән ҡотлайым!

Доньяла әсә һөйөүенән дә эскерһеҙерәк һәм ҡиммәтерәк бер нәмә лә юҡ. Әсәнең бөтмәҫ-төкәнмәҫ изгелеге һәм күңел йомартлығы беҙҙе ғүмер буйы ауырлыҡтарҙан ҡурсалай, иң ҡыйын ваҡыттарҙа ышаныслы таяныс һәм ҡалҡан булып тора.

Башҡортостан Республикаһында әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау мәсьәләләре социаль сәйәсәттең мөһим йүнәлештәре иҫәпләнә. Беҙҙә  төрлө ҡатын-ҡыҙҙар учреждениелары, балалар баҡсалары һәм мәктәптәр әүҙем төҙөлә, яңы физкультура- һауыҡтырыу комплекстары асыла.

Күп балалы ғаиләләргә айырым иғтибар бүленә, улар өсөн беҙҙә өҫтәмә льготалар һәм пособиелар билдәләнгән. Дүрт балалы ғаиләләргә ай һайын – 1500-әр, биш һәм унан күберәк балалалыларына  2000-әр һум пособие түләнә. Туғыҙ һәм унан да күберәк бәлиғ  булмаған балалары булған ғаиләләргә  бушлай  “ГАЗель” микроавтобустары бүленә. Быйыл ишле балалы ғаиләләргә торлаҡ һатып алыу өсөн социаль түләүҙәр тураһындағы республика законы ғәмәлгә инде.

Хөрмәтле  ҡатын-ҡыҙҙар!

Һеҙҙе тағы ла бер тапҡыр ошо йәмле һәм яҡты байрам –  Әсә көнө менән ҡотларға рөхсәт  итегеҙ. Һеҙҙең һәр көнөгөҙ тыныслыҡта һәм шатлыҡта үтһен, ғаилә усағы йылыһын, ҡәҙерлеләрегеҙҙең  һәм яҡындарығыҙҙың иғтибарын тойоп йәшәгеҙ.

Бөтәгеҙгә лә  ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм бәхет, изге теләктәрегеҙҙең бойомға ашыуын һәм яҡшы кәйеф теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов.”

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть