Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә ике Яңы йыл шыршыһы ҡуйылды

Йәмғиәт

Баш ҡаланың ике майҙанында Яңы йыл шыршылары ҡуйылды. Өфө хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы урынбаҫары Игорь Трухневич хәбәр итеүенсә, быйыл баш ҡала халҡының үтенесе буйынса Ленин исемендәге майҙанда ысын шыршы ҡуйылды. Урман һылыуҡайының оҙонлоғо 30 метр. Икенсе, 25 метр оҙонлоғондағы, шыршы әле Конгресс-холл алдындағы майҙанда урын алды. Яңы йыл шыршылары Нуриман районынан килтерелде. Декабрь баштарында уларҙы байрамса “кейендерергә” тейештәр. Ул башлыса яҡтыртҡыс гирляндалар менән биҙәләсәк. Һәр ваҡыттағыса, шыршы эргәһендә бала-сағаны Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу көтәсәк. Әлеге ваҡытта белгестәр уларҙы ниндәй материалдан эшләргә икәнлеген тикшерә. Подиумды һәм фигураларҙы махсус пенопластан әҙерләргә, тигән тәҡдим бар. Был хәүефһеҙерәк тә, оҙағыраҡ һаҡланасаҡ та.

Декабрь уртаһына боҙ ҡаласыҡтар төҙөү тамамланырға тейеш. Әлегә коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре көндәр һыуынғанын көтә. Яҡындағы йылға-күлдәрҙе тикшереп сыҡтылар. Уларҙа боҙҙоң ҡалынлығы 10 сантиметр, ә скульпторға эшләү өсөн кәмендә 20 сантиметр булыуы кәрәк. Боҙ ошондай ҡалынлыҡта булһын өсөн өс-биш көн булһа ла һыуыҡ (минус 10 градусҡа тиклем) булырға тейеш.

Баш ҡалала ғәҙәттәгесә 29 майҙанда Яңы йыл шыршылары ҡуйыласаҡ. Боҙ ҡаласыҡтары ла шул тиклем буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть