Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

"Уралтехнострой"ҙы Төркмәнстанда беләләр

Иҡтисад

"Уралтехнострой" корпорацияһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Ашғабадта үткән "Төркмәнстан нефте һәм газы — 2009" XIV халыҡ-ара күргәҙмәһе дипломанты булды. Ул нефть әҙерләү процесын интенсивлаштырырға булышлыҡ итеүсе модулле ҡорамалдар һәм технологиялар тәҡдим итте. Әйткәндәй, беҙҙең предприятиены Төркмәнстанда күргәҙмәлә ҡатнашыу буйынса ғына белмәйҙәр. Әлеге ваҡытта Кеймир ятҡылығында газлифт компрессор станцияһы өсөн технологик ҡорамалдар оҙатыу дауам итә.

Предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 23 декабрҙә йәмғиәт үҙенең 15 йыллығын билдәләйәсәк. Бөгөн компания структураһы ярайһы уҡ киң, уның Мәскәүҙә, Грацта (Австрия), Амманда (Иордания), Уральскиҙа (Ҡаҙағстан) һәм Ашғабадта (Төркмәнстан) үҙ производство майҙансыҡтары һәм вәкиллектәре бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть