8 декабрь, Кесе йома

26 ноябрь 2009 йыл, 14:26

Республика парламентының 19-сы ултырышында туғыҙ яңы закон һәм бюджет документтары пакеты ҡабул ителде

автор: Николай Ермоленко

Башҡортостан парламентының 19-сы ултырышында депутаттар  бюджет документтары пакетын һәм туғыҙ яңы закон ҡабул итте.  “Башҡортостан Республикаһының 2010 йылға бюджеты тураһында”   һәм "Башкортостан Республикаһының Республика мотлаҡ медицина страховкалауы фондының 2010 йылға бюджеты тураһында"  икенсе һәм өсөнсө  уҡыуҙарҙа ҡабул ителгән закон проекттарының закон итеп ҡабул ителеүенән тыш,  “Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр, һөнәри байрамдар һәм башҡа әһәмиәтле көндәр тураһында” БР Законының 1-се һәм 3-сө статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проектына ла закон статусы бирелде. Уға ярашлы Башҡортостан Республикаһының  Конституция көнө байрам көндәренән иҫтәлекле көндәргә күсерелде.  “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында”,  “Этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү тураһында”    БР закондарына,  “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында”  БР Законының 30.1 статьяһына, “Башҡортостан Республикаһында ваҡлап һатыу баҙарҙарын ойоштороу тураһында”  БР Законына, Башҡортостан Республикаһының Экология кодексына, “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында БР Законының  213-сө статьяһына  үҙгәрештәр индереү тураһында закон проекттары беренсе һәм икенсе уҡыуҙа ҡабул ителде.  

“Башҡортостан Республикаһының мировой судьялары тураһында”  БР Законының 5-се статьяһына,” “Башҡортостан Республикаһының мировой судьялары тураһында”,   “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” , “Башҡортостан Республикаһында туберкулездың таралыуын киҫәтеү тураһында” , “Башҡортостан Республикаһында социаль партнерлыҡ органдары  тураһында” , “Китапхана эше”, “Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында”  БР Закондарына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проекттарын депутаттар икенсе уҡыуҙа ҡабул итте.

“Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында хоҡуҡи акттар нормативы тураһында” (Башҡортостан Республикаһының  норматив хоҡуҡи  акттарын  һәм уларҙың проекттарын коррупцияға ҡаршы экспертиза үткәреү тәртибен аныҡлау өлөшөндә)   БР Законына үҙгәрештәр индереү тураһында, “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы  тураһында” (БР Конституцияһына ярашлы итеү  өлөшөндә), “Башҡортостан Республикаһында дәүләт граждандар хеҙмәте тураһында” БР Законының 7-се статьяһына( Башҡортостан Республикаһында дәүләт граждандар хеҙмәткәренә  килемдәрҙе һәм милекте  декларациялау   тәртибен аныҡлау өлөшөндә), “Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәттә пенсия тәғәйенләү һәм түләү тәртибе тураһында” БР Законына (муниципаль район (Өфө ҡалаһы районы,ҡала округы) хакимиәте башлығы вазифаһын алмаштырыусыларҙы  пенсия менән тәьмин итеү мәсьәләләрен аныҡлау өлөшөндә) БР Законына, Башҡортостан Республикаһы Ер аҫты байлыҡтары кодексының 16.1 статьяһына (Интернет селтәрендә ер участкалары  менән файҙаланыу хоҡуғына  аукцион  йәки конкурс үткәреү тураһында иғлан урынлаштырыуҙа тәртип булдырыу өлөшөндә), “Мәҙәниәт тураһында” ( йәш таланттарға һәм ижади йәштәргә дәүләт ярҙамын көсәйтеү өлөшөндә) БР Законына үҙгәрештәр индереү тураһында  закон проекттары беренсе уҡыуҙа хупланды.

Депутаттар бюджетты планлаштырыуға нигеҙ булып торған  2010 йылға һәм 2012 йылға тиклем осорҙа Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллау проектына төҙәтмәләрҙе раҫланы.

Дәүләт Думаһына ике закондар сығарыу инициативаһы –  “Дарыу препараттары тураһында” Федераль Законына һәм Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында  РФ Кодексына  үҙгәрештәр индереү тураһында закон проекттарын индереү – ҡабул ителде.  Депутаттар БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайы һәм  Ҡабардин–Балкар Республикаһы  Парламенты араһында закондар сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында Килешеү  йөкмәткеһен хупланы.