9 декабрь, Йома

26 ноябрь 2009 йыл, 13:47

БДАУ студенттарын Германия фермерҙары маҡтай

автор: Марият Артюхова

Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары Германия фермерҙарын үҙ белемдәре һәм эш һөйөүсәнлектәре менән һоҡландырыуын дауам итә. APOLLO программаһы буйынса практика һөҙөмтәләренә ҡарап, ветеринария медицинаһы факультеты студенты Елена Хамзина Херршинг фермерҙар мәктәбенә уҡыуға саҡырыу алды. Ветеринария медицинаһы факультеты студенты Динара Сәмиғуллина «ЭкоНива» немец-рус агрофирмаһының махсус белем биреү стипендияһына лайыҡ булды. Ә агрономия факультеты студенты Лилиә Хәбибрахмановаға сит илдә практикаһын 2010 йылдың яҙына тиклем һуҙырға тәҡдим ителде.

Бөгөн университеттың 36 студенты сит илдә практикаһы тамамланғандан һуң уҡыуға тотондо. Улар ғаилә (фермер) хужалыҡтары, ҙур акционерҙар йәмғиәттәре, хужалыҡты алып барыуҙың экологик һәм традицион тибы предприятиелары эшендә ҡатнашты. Йәш аграрийҙар ауыл хужалығы өлкәһендә белемдәрен киңәйтте һәм немец халҡы мәҙәниәте менән танышты. Студенттар өсөн «Экологик игенселек», «Тергеҙелгән сеймал ресурстары һәм энергия сығанаҡтары», «Ауыл хужалығы предприятиеларында менеджмент», «Европа Союзының аграр сәйәсәте», «Ауыл хужалығы продукцияһы баҙары» темалары буйынса семинарҙар һәм экскурсиялар ойошторолдо. Сит ил партнерҙары баһалауынса, БДАУ вәкилдәренең барыһы ла «үҙҙәрен вуздың лайыҡлы вәкилдәре итеп, ауыл хужалығын, сит телде бик яҡшы белеүҙәрен күрһәтте».

темалар: ауыл хужалығы