9 декабрь, Йома

26 ноябрь 2009 йыл, 13:09

Теркәү палаталары электрон технологиялар ярҙамында хеҙмәтләндерәсәк

автор: Марият Артюхова

Декабрҙә Башҡортостанда республика менән Рәсәй реестры араһында үҙ-ара мәғлүмәт менән алмашыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Ул дәүләт хеҙмәтләндереүҙәрен электрон формаға күсереүгә ҡағыла. Атап әйткәндә, был турала Рәсәй Федерацияһы Президентының 2010 йылға Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә әйтелә.

Федераль теркәү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, электрон формала дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре күрһәтеүгә һәм дәүләт функцияларын башҡарыуға күсеү планы федераль башҡарма власть органдары тарафынан быйыл октябрҙә үк раҫланғайны. Планға ярашлы, 2011 йылда Рәсәй реестры дәүләт хеҙмәтләндереүҙәренең дүрт төрө: күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты һәм уны алып-һатыуҙы дәүләт теркәүе, Берҙәм дәүләт хоҡуҡтар реестрынан һәм Дәүләт күсемһеҙ милек кадастрынан мәғлүмәт биреү, күсемһеҙ милек объекттарын кадастр иҫәбенә ҡуйыу, кадастр карталарын Интернет селтәренә урынлаштырыу – электрон формала күрһәтелергә тейеш.

Беренсе сиратта Берҙәм дәүләт хоҡуҡтар реестрынан һәм Дәүләт күсемһеҙ милек кадастрынан электрон формала мәғлүмәт биреү юлға һалынасаҡ. Был иң талап ителгән хеҙмәтләндереү. Төрлө инфоматтар һәм башҡа программа-техник комплекстар аша белешмәләр биреү ысулы һөҙөмтәле буласаҡ.