Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Башҡортостан Республикаһының 2010 йылға бюджеты тураһында» Закон ҡабул ителде

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 19-сы ултырышында  «Башҡортостан Республикаһының 2010 йылға бюджеты тураһында» БР Законы ҡабул ителде. Закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул иткәндән һуң килгән «Башҡортостан Республикаһының 2010 йылға бюджеты тураһында» БР Законы проектына республика Хөкүмәте тарафынан тәҡдим ителгән 95 төҙәтмәне, Дәүләт Йыйылышынан өс төҙәтмәне ҡарап, депутаттар уны икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте.

Беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән менән сағыштырғанда, бюджет дефициты өс миллиард һумға арттырылды. Үҙгәрештәр федераль бюджеттан финанс ярҙамы күләмен аныҡлау, БР Президенты һәм Дәүләт Йыйылышы тарафынан ҡуйылған инвестицион программаларҙы финанслау менән бәйле бурыстарҙы хәл итеү зарурлығы менән нигеҙләнде.

Башҡортостан Республикаһының 2010 йылға бюджетының килем өлөшөнөң дөйөм күләме – 63 миллиард 745 миллион 522 мең һум, ә сығым өлөшө күләме 76 миллиард 745 миллион 522 мең һум тәшкил итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть