Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Салауат Харасов республиканың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе итеп һайланды

Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 19-сы ултырышында депутаттар Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе вазифаһына Салауат Харасовты тәғәйенләне. 2008 йылдың 15 майынан БР Контроль-иҫәп палатаһын етәкләүсе Валерий Кургузов күптән түгел икенсе эшкә күсеү сәбәпле эштән китеү тураһында ғариза биргәйне.

Салауат Фәттәх улы Харасов 1961 йылдың 10 майында Тажикстанда тыуған. 1982 йылда – Новосибирск юғары хәрби-сәйәси училищеһын, ә 1997 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, белгеслеге – юриспруденция.

1978-1992 йылдарҙа Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт иткән; 1992-1994 йылдарҙа РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юғары мәктәбендә уҡыған; 1994 йылдан 2002-гә тиклем – РФ Федераль һалым полицияһы хеҙмәте Идаралығында; 2002-2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты Аппаратының яғыулыҡ-энергетика комплексы, химия тармағы һәм ер аҫты байлыҡтарынан файҙаланыу бүлегенең баш белгесе булып эшләгән.

2003 йылдан 2009 йылға тиклем — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының хоҡуҡ экспертизаһы һәм административ органдар бүлегенең баш белгесе, бүлек мөдире урынбаҫары, БР Хөкүмәте Аппаратының суд вәкәләтлеге һәм административ органдар бүлеге мөдире урынбаҫары; 2009 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең коррупцияға ҡаршы сәйәсәтте ғәмәлгә ашырыу бүлеге мөдире.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть