3 декабрь, Шәмбе

26 ноябрь 2009 йыл, 10:26

Башҡортостан Премьер-министры Мәскәүҙә "Өфө-Арена"ның икенсе сиратын төҙөүҙе яҡланы

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Рәсәйҙең спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутко менән осрашты.

Өс мөһим объектты «2006-2015 йылдарға «Рәсәй Федерацияһында физик культураны һәм спортты үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһына индереүгә рөхсәт алынды.  Былар Сибайҙа яһалма боҙ һәм 1500 тамашасыға трибуна менән ябыҡ һырғалаҡ,  “Өфө-Арена” универсаль спорт аренаһының һырғалаҡ һәм 900 тамашасыға трибуна менән икенсе сиратын һәм Өфөлә физкультура-спорт үҙәген төҙөү. Һуңғы объектҡа килгәндә, унда  универсаль һәм махсус спорт залдары, еңел атлетика стадионы, бассейн, реабилитация-медицина үҙәге ҡараласаҡ. Йәғни физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙән спортсылар әҙерләү өсөн яҡшы шарттар булдырыу.

Осрашыуҙа, республика федераль бюджеттан ярҙамға дәғүә итә ала, тип билдәләнеләр. Башҡортостан физик культура һәм спорттың матди-техник базаһын үҫтереүгә һуңғы өс йылда 4,5 миллиард һум аҡса йүнәлтте, бындай күләмдә финанслау һәр төбәктең дә хәленән килерлек түгел.

«Беҙҙең өсөн яңы танылған спортсылар тәрбиәләү генә түгел, сәләмәт йәшәү рәүешен киң таратыу өсөн максималь шарттар булдырыу ҙа принципиаль мөһим. Был социаль булмаған күренештәргә иң ышаныслы альтернатива», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Раил Сарбаев.

2008 йылда Башҡортостан спортсылары рәсми старттарҙа 1002 призлы урын яуланы, 24 спортсы – халыҡ-ара класлы спорт мастеры, 171-е – Рәсәй спорт мастеры һәм 769-ы спорт мастерлығына кандидат булды. 2008 йылғы Олимпия һәм Паралимпия уйындарында Башҡортостандан 8 спортсы-олимпийсы һәм 17 паралимпийсы 12 миҙал яуланы. Һәм был сик түгел. Республика Хөкүмәте Премьер-министры әйтеүенсә, Сибайҙа ябыҡ һырғалаҡ төҙөп, стратегик маҡсат күҙ уңында тотола – был буласаҡ спорт лицейы өсөн майҙансыҡ, уның төп бурысы –олимпия спортсылары әҙерләү.