8 декабрь, Кесе йома

25 ноябрь 2009 йыл, 18:31

Раил Сарбаев Мәскәүҙә Игорь Сечин менән осрашты

автор: «Башинформ»

Республика Премьер-министры Раил Сарбаев бөгөн Мәскәүҙә РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Игорь Сечин үткәргән кәңәшмәлә ҡатнашты. Кәңәшмәлә газ һәм нефть химияһы предприятиеларын сеймал менән тәьмин итеүгә оҙайлы ваҡытҡа договорҙар төҙөү мәсьәләләре тикшерелде.

Мәҫәлән, тармаҡтағы төп предприятиелар — «Синтез-Каучук», «Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре углеводородтар менән даими тәьмин итеүгә мохтаж. Кәңәшмәлә, һанап кителгән предприятиелар мөмкин тиклем арзан хаҡҡа сеймал ресурстары менән мотлаҡ тәьмин ителәсәк, тип белдерелде.  Бынан тыш, кәңәшмәлә химия сәнәғәтендәге инновацион үҫеште һалым түләү яғынан стимуллаштырыу мөмкинлектәре тикшерелде. Нефтехимиктар үҙҙәре, бының өсөн яңы индерелгән объекттарҙа мөлкәткә һалым түләүҙән 3 йылға азат итеү, тиҙләтелгән амортизация ҡулланыу ҡулай булыр ине, тип иҫәпләйҙәр. Мәҫәлән, бөгөн экспорт операциялары буйынса өҫтәмә ҡиммәткә һалымды ҡайтарыу срогы 90 көн тәшкил итә. Бының һөҙөмтәһендә предприятиеларға әйләнештәге средстволарын тулыландырыу өсөн 20 процентҡа тиклем ставка менән кредит ресурстары йәлеп итергә кәрәк. Срокты кәметеү предприятиелар иҡтисады өсөн дә ыңғай роль уйнар ине.