5 декабрь, Дүшәмбе

25 ноябрь 2009 йыл, 17:58

Башҡортостанда вируслы инфекциялар менән сирләүселәр кәмей

автор: Елена Макушина

Уҙған аҙнала республикала вируслы инфекциялар менән сирләү 36 процентҡа кәмене. Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүенең БР буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 16 ноябрҙән 22-һенә тиклем киҫкен респиратор-вируслы инфекциялар менән  63405 кеше ауырыны, шуларҙың  41862-һен (66%) 17 йәшкә тиклемге балалар тәшкил итте.

Өфөлә сирләү 44 процентҡа кәмене. Был, беренсе сиратта, сикләү характерындағы саралар күреү һәм эпидемияға ҡаршы саралар ойоштороу менән бәйләнгән. Уҙған аҙнала баш ҡалала ни бары 11493 кеше ауырыны, улар араһында 6412 бала. Эпидемия сиге әлегә 2 тапҡырға юғары.

24 ноябргә ҡарата Башҡортостан Республикаһында юғары патогенлы A/H1N1/ вирусы тыуҙырған грипп менән 43 сирләү осрағы теркәлде, ул лаборатор тикшереү нигеҙендә раҫланды.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 6 кеше вафат булды.