4 декабрь, Йәкшәмбе

25 ноябрь 2009 йыл, 17:25

Нефтекамала республиканың иң яҡшы романс оҫталары сығыш яһай

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Нефтекама ҡалаһында “Романсиада -2009” республика романс башҡарыусылар конкурсы  бара. Быйыл унда  республиканың төрлө төбәктәренән 103  вокалсы ҡатнаша. Улар араһында  профессиональ йырсыларҙан тыш, ун ике йәштән башлап үҙешмәкәр башҡарыусылар ҙа бар.  Ижади бәйге өс номинация буйынса үткәрелә: “профессиональ башҡарыу”, “ үҙешмәкәр башҡарыу”, “рус романсы өмөтө”.

Жюри рәйесе – БР халыҡ артисы Вәхит Хызыров, эксперт комиссияһы составына Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы,  Өфө сәнғәт училищеһы, Октябрьский  музыка училищеһы уҡытыусылары инде.

“Романсиада”  программаһында  ике конкурс туры һәм гала-концерт. Конкурсты асыу һәм уның  ике туры Нефтекама ҡалаһының  Балалар музыка мәктәбендә була. Конкурсты  тантаналы ябыу һәм гала-концерт бөгөн кисен, 19 сәғәттә, “Нефтселәр” мәҙәниәт һәм ижад һарайында үтәсәк.

темалар: Конкурстар