Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Килешеүгә ҡул ҡуйылды

Иҡтисад

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы араһында Килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе Сергей Ефремов һәм БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы Советы рәйесе Алексей Щербацкий ҡул ҡуйҙы.

Ике ойошманың да функциялары эшҡыуарлыҡты хоҡуҡи, мәғлүмәти, консалтинг һәм маркетинг яҡлауы менән бәйләнгән. БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Рәсәй сауҙа-сәнәғәт палаталары системаһына инә. Уның ағзалары булып  бәләкәй, урта һәм ҙур бизнес субъекттары тора. БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы ағзалары иҫәбендә – республика ҡалалары һәм райондарының эшҡыуарҙар союздары, шулай уҡ тармаҡ принцибы буйынса ойошторолған берекмәләр. Шулай итеп, Ассоциацияла бизнестың территориаль, шулай уҡ тармаҡ проблемалары яҡшы билдәле.

— Шундай мөһим документҡа ҡул ҡуйыу беҙгә Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә бизнесты үҫтереү өсөн өҫтәмә майҙансыҡ бирәсәк. Бәләкәй бизнес вәкилдәре өсөн дәүләт заказдары алыу планында ла алға китербеҙ, тип уйлайым, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Алексей Щербацкий. – Бөгөнгө ваҡиға – ул эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәнфәғәтендә тағы бер аҙым. Ул төбәктең социаль-иҡтисади тормошонда һиҙелерлек ҙур роль уйнарға тейеш һәм унан, һис шикһеҙ, тағы ла тосораҡ файҙа көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть