5 декабрь, Дүшәмбе

25 ноябрь 2009 йыл, 16:43

«Пандефлю» вакцинаһына сифат паспорты алынды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфө «Иммунопрепарат» предприятиеһының «Пандефлю» вакцинаһының тәүге производство серияһына сифат паспорты алынды, тип хәбәр иттеләр предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән. Вакцина кешеләрҙе A/H1N1 тибындағы хәүефле грипп инфекцияһына ҡаршы иммунлаштырыу өсөн файҙаланыласаҡ.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, пандемик грипҡа ҡаршы милли вакцинациялау кампаниялары бөгөн 40-тан ашыу дәүләттә үткәрелә. 16 ил иммунлаштырылған граждандар иҫәбе тураһында мәғлүмәттәр бирҙе лә инде.

Был мәғлүмәттәргә ярашлы, 65 миллиондан ашыу кеше вакцинацияланған. A/H1N1 вирусын иммунобиологик иҫкәртеү кампаниялары ҡайһы бер дәүләттәр тарихында иң ҙур кампаниялар иҫәбенә инә. Прививка яһалған кешеләр һаны көндән-көн арта.

Эксперттар фекеренсә, хәүефһеҙлек профиле буйынса Рәсәй һәм сит илдәр пандемик вакциналары миҙгелле вакциналарға тап килә. Йыл һайын ҡабатланған грипҡа ҡаршы вакциналар 60 йылдан ашыу дауамында файҙаланыла. Улар эпидемияларҙы иҫкәртеүҙең һөҙөмтәле һәм хәүефһеҙ сараһы булып тора.

Рәсәй Федерацияһында грипҡа һәм башҡа инфекцияларға ҡаршы теркәлгән һәм ҡулланыуға рөхсәт ителгән вакциналарҙың хәүефһеҙлегенә контроллек итеүҙе Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һаулыҡ һаҡлауға идара итеү органдары менән бергә Л.А.Тарасевич исемендәге Дәүләт стандартлаштырыу һәм медицина биологик препараттарына контроль институты алып бара.