7 декабрь, Шаршамбы

25 ноябрь 2009 йыл, 16:00

Әсәләргә - республика наградалары

автор: Елена Макушина | фото: Олег Яровиков

Әсәләр көнө алдынан  Өфөлә биш һәм унан да күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән  ҡатындарға Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов   “Әсәлек даны” миҙалдарын тапшырҙы.

Республика башлығы Советтар Союзы тарҡалғандан һуң  онотолған күп балалы әсәләрҙе тәбрикләү традицияһын Башҡортостан  беренсе  булып  тергеҙеүен билдәләп үтте.

1998 йылдан башлап 4600-ҙән ашыу  күп балалы әсә юғары наградаға лайыҡ булды.

Әйткәндәй, тик  Башҡортостанда  ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә  “Газель” автомобилдәре бүләк итәләр. Бөгөн бындай ғаиләләрҙең барыһы ла транспорт менән тәьмин ителгән һәм шуға республика етәкселеге туғыҙ балалы ғаиләләргә лә микроавтобус асҡыстарын тапшырырға ҡарар итте. Сираттағы 16 автомобиль иртәгә үҙ хужаларына тапшырыласаҡ.

Хәйер , Башҡортостанда ғаиләне, әсәлекте һәм бала саҡты яҡлауға ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, федераль бюджет средстволары иҫәбенә күрһәтелгән ярҙамдан тыш, республикала Рәсәйҙең башҡа  субъекттарында ҡаралмаған льготалар һәм пособиелар бирелә. Социаль  инфраструктура төҙөлөшө тураһында  һүҙ ҙә юҡ  - йыл һайын республикала 40-ҡа яҡын яңы мәктәптәр  файҙаланыуға тапшырыла, балалар баҡсалары, дауаханалар һәм санаторийҙар төҙөлә һәм тергеҙелә. Бындай маҡсатлы саралар комплексын бойомға ашырыуҙың һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәне -  төбәктә тыуым кимәле артты һәм республика  демографик көрсөктән сыға  башланы.

Хәйер,  әсәләрҙең барыһы ла бер фекуерҙә — балалар көтөп алған ғаиләләрҙә генә доньяға килә. Биш бала әсәһе Мтвариса Кубанеишвили  әйтеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙың бәхете балаларҙа.

Бөгөн 60 бәхетле әсә тағы ла юғары наградаларға лайыҡ булды. Әсәләр үҙҙәрен герой тип иҫәпләмәй, улар өсөн әсәлек – бәхеттең үҙе.