3 декабрь, Шәмбе

25 ноябрь 2009 йыл, 15:00

Раил Сарбаев: «Улар беҙҙең балалар, был беҙҙең уртаҡ ҡайғыбыҙ”

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Премьер-министры Раил Сарбаев Ульяновскиҙа шартлау эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡанда һәләк булған һәм яраланған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындарына (ата-әсәләренә, ҡатындарына) финанс ярҙамы бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Премьер-министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә 250 мең һум күләмендә финанс ярҙамы күрһәтеләсәк. Бынан тыш, бойороҡта яраланған хәрби хеҙмәткәрҙәргә лә аҡсалата ярҙам айырым яҙылған. Уның күләме – 125 мең һум.

— Үлгән кешеләрҙе ҡайтарып булмай, был фажиғәлә улдарын, ирҙәрен  юғалтыусыларҙың барыһының да ауыр ҡайғыһын ихлас уртаҡлашам. Был ҡот осҡос ҡайғы. Хәҙер улар өсөн иң ауыр көндәр. Һәм беҙ һәләк булыусыларҙың ғаиләләрен айырым иғтибар үҙәгендә тоторға, уларға кәрәкле ярҙам күрһәтергә тейешбеҙ,— тине Раил Сарбаев.

Яраланыусыларға кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Ҡыуатов исемендәге  республика дауаханаһының баш врачына был мәсьәләне айырым контролгә алырға ҡушылды.

Шуны ла әйтергә кәрәк, ҡазаға тарыусыларға средстволар дәүләт идараһы менән бәйле сығымдарҙы кәметеү иҫәбенә бюджеттан бүленә. Көньяҡ Осетияла һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә күрһәтелгән һуңғы ярҙам 150 мең һум тәшкил итте.