3 декабрь, Шәмбе

25 ноябрь 2009 йыл, 12:07

«Цицерон» ораторлыҡ оҫталығы конкурсы иғлан ителде

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостанда «Цицерон» ораторлыҡ оҫталығы конкурсы иғлан ителде. Уны ойоштороусылар —Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, «Башҡортостан» телерадио компанияһы дәүләт унитар предприятиеһы.

Конкурстың төп маҡсаттары булып республика йәштәрен халыҡ алдында телмәр тотоуҙың рациональ һәм һөҙөмтәле технологияларына, башҡаларҙы инандырыу оҫталығына эйә булырға, бәхәстәрҙә һәм дискуссияларҙа үҙ ҡарашыңды профессиональ яҡларға өйрәтеү, һөйләүҙең дөйөм мәҙәни кимәлен күтәреү  тора.

Конкурстың рәсми мәғлүмәт сығанағы – www.tukaeva.ru сайтының “Ораторлыҡ оҫталығы конкурсы” бүлегендә хәбәр ителеүенсә, ораторҙар ярышында 35 йәшкә тиклемге кешеләр ҡатнаша ала. Конкурстан тыш ҡатнашыуға шулай уҡ мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм аспиранттар саҡырыла.

Ҡатнашыусыларға сығыш яһау өсөн төп йүнәлештәр сифатында түбәндәге темалар тәҡдим ителә: «Нимә менән йәшәйһегеҙ, йәштәр?», «Төбәк сәйәсәте», «Башҡортостан тарихы», «Мәғлүмәт именлеге».

Ойоштороу комитеты ҡарарына ярашлы, конкурстың беренсе һайлап алыу этабы – муниципаль райондар һәм ҡала округтары, зона һайлап алыу турҙары һәм финал ойоштороусылар тарафынан үткәрелә. Йомғаҡлау этабы — конкурс финалы, Өфөлә декабрҙең 20-ләрендә ике турҙа үтәсәк. Беренсе турҙа ҡатнашыусылар тематикаға ярашлы телмәр менән сығыш яһай. Беренсе турҙа еңеүсе биш кеше икенсе турға сыға, унда инде  «Pro et contra» конкурс һынауында импровизациялау оҫталығын күрһәтәсәктәр. Бының өсөн улар интерпретация, кире ҡағыу йәки афоризмды иҫбатлау менән сығыш яһаясаҡтар.

Конкурста ҡатнашыуға заявкалар 2009 йылдың 30 ноябренә тиклем prav-rb@yandex.ru электрон адресы буйынса, йәки www.tukaeva.ru адресы буйынса «Ораторлыҡ оҫталығы конкурсы» бүлегендә электрон форманы тултырыу юлы менән ҡабул ителә.