Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 69.67 ↓

20 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

“Өфө” Халыҡ-ара аэропорты Башҡортостан милекселегенә тапшырылды

Иҡтисад

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев “Өфө” Халыҡ-ара аэропорты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең федераль милекселектә булған 100 процент акцияларын тулыһынса Башҡортостан милекселегенә тапшырырға бойорҙо.

Милексене алмаштырыу маҡсаты — "Өфө" аэропортын комплекслы реконструкциялауға инвестициялар йәлеп итеү, тип хәбәр итә РФ Президентының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, республика маҡсатлы программаһына ярашлы, дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында “Өфө” аэропортының авиатранспорт инфраструктураһы объекттарын комплекслы реконструкциялауға һәм модернизациялауға, аэровокзал комплексын реконструкциялауҙы ла индереп, кәмендә 24,7 миллиард һум күләмендә инвестициялар йәлеп итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть